Дәүләт хеҙмәткәрҙәре милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса квалификация күтәрә

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса квалификация күтәрә. Иртәгә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» мәсьәләләренә арналған семинар эш башлай.

20 июнгә тиклем дауам иткән сара милли сәйәсәт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса стратегик сессияларҙы һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе, экстремизм һәм мәғлүмәт сәйәсәте буйынса төп мәсьәләләргә арналған лекцияларҙы үҙ эсенә ала. Уҡыу һуңында ҡатнашыусыларға таныҡлыҡ тапшырыла. Семинар урындарҙа дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы алымдар әҙерләү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ