Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә педагогтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар ярҙамында мәктәп уҡыусылары тирә-яҡтағы мөхитте өйрәнә. Шулай уҡ был фән «Ватан» төшөнсәһе менән дә айырылғыһыҙ. География уҡытыусылары өсөн ойошторолған республика слетынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
География уҡытыусылары мнемотехника буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, үҙҙәре үк Ҡояш системаһында әйләнде. Ике көнгә иҫәпләнгән слетта республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған педагогтар уҡытыуҙа һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек алып барыуҙа заманса алымдар, яңы методикалар өйрәнде.
Республика мәктәптәрендә география дәресе федераль уҡыу планына ярашлы тормошҡа ашырыла. 900-гә яҡын педагогтың 85 проценты - ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ күп өлөшө 20 йылдан ашыу һөнәренә тоғро. Уҡытыусылар билдәләүенсә, балалар һәр дәресте яратып ҡабул итә. Дөйөм дәүләт имтиханын тапшырғанда ла ул иң популяр фәндәрҙең береһе һанала, ни бары информатиканан ғына ҡалыша.
Уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, Ватанға һөйөү тәрбиәләгән һөнәр эйәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та осрашты. Төбәк етәксеһе үҙе лә Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендә попечителдәр советын етәкләүен, йәмәғәт эшен оло теләк менән башҡарыуын билдәләне. География уҡытыусылары иһә ойошманың төп партнерҙары. Тап улар үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.
Осрашыу барышында төбәк етәксеһе география уҡытыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе, тәҡдимдәрен тыңланы. Педагогтар өсөн саралар планын булдырыу бурысы ҡуйылды, ошондай күләмле слет майҙансығы өсөн тағы ла бер район билдәләнде.
Географияны уҡытҡанда, төбәк модуле бар. Педагогтар өсөн берҙәм уҡытыу методикаһын булдырыу тәҡдиме лә эшкә алынды.
Сара аҙағында бер төркөм педагогтар дәүләт наградалары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр билдәләүенсә, география - ул ысын тормош мәктәбе.
География уҡытыусылары менән осрашыуҙа балаларҙы муниципалитеттағы иҫтәлекле урындар, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыу маҡсатында яңы проект булдырыу тәҡдиме лә күтәреп алынды. Үҫеп килгән быуын менән эш тағы ла көсәйә генә
Гөлназ Хәйбуллина



