Эшлекле сара дүрт көн дауам итә. Унда 90-дан ашыу ил делегацияһы ҡатнаша. Башҡортостан стенды майҙансығында юғары технологиялы производстволар, экспортҡа әйләнеш, туристик мөмкилектәре, милли ризыҡтар тәҡдим ителгән. Шулай уҡ Өфөнөң 450 йыллығына сафҡа ингән Көрәш һарайының миниатюр варианты урынлаштырылған. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләй.
“Башҡортостан – ҡеүәтле сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге булып тора”, - тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Даванков.
Халыҡ-ара иҡтисади форум донъя иҡтисадының төп мәсьәләләрен тикшереү һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Быйыл Башҡортостан менән 100 миллиард һумға яҡын 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылыр тип көтөлә.




