Республика Башлығы “Торатау” конгресс-холында һаулыҡ һаҡлау белгестәрен дәүләт наградаһы менән бүләкләне. Радий Хәбиров 12 район дауаханаһы һәм Өфөнөң ике балалар поликлиникаһына яңы автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Машиналар “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы килтерелде.
Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республикан дауаханаһы бүлек мөдире Тимур Шәрипов Лука Крымский миҙалына лайыҡ булды. Ул Луганск Халыҡ республикаһында күсмә бригада составында эшләп ҡайтҡан.




