Пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында “дронофикациялау”  буйынса рейтинг иғлан ителде. Унда республика 50-гә яҡын  төбәк араһында 3-сө урын алды. “Алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараттары ҙур ярҙам күрһәтә”, - ти  “Сват” ҡушаматлы яугир.

Пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Республика Башлығы социаль селтәрендә белдереүенсә, рейтинг төбәктәрҙең пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеүҙә ике төп йүнәлешен эсенә ала. Беренсенән ул пилотһыҙ осоу авиация системаһын күләмле эксплуатацияауға әҙерлек - йәғни, һауаның асыҡлығы, тейешле инфраструктура, ресурстар һәм кадрҙар. Икенсенән, уларҙы ҡулланыу әҙерлеге, мөмкинлектәре һәм үҫеш юлдары. Республикала махсус хәрби операция барышында һөҙөмтәлелек күрһәткән дрондар етештерелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары төрлө өлкәләр, шул иҫәптән ауыл хужалығынан алып ҡотҡарыу операциялары өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Фото №1 - Пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ