Башҡортостанда ауыл медицинаһы яҡшыра

Өфөнөң Орджоникидзе районының Иҫке Турбаҫлы ауылында асылған фельдшер-акушер пункты ярты 2 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Быға тиклем беренсел медицина ярҙамы авария хәлендәге бинала күрһәтелһә, хәҙер халыҡ заманса шарттарҙа һаулығын тикшертә. Бинаны төҙөү һәм кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн аҡсаны, республика менән “Роснефть” компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, “Башнефть” берекмәһе бүлгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала ауыл медицинаһын яҡшыртыу дауам итә. Йыл аҙағына тиклем тиклем 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 6 поликланы сафҡа индереү планлаштырыла.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл медицинаһы яҡшыра
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ