Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара

Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара. Өфө-Ырымбур трассаһының М-12 юлына тоташҡан ерендә урынлашҡан ҡоролманы ремонтлау быйыл мартта башланғайны. Төҙөүселәр эштең яртыһын теүәлләгән дә инде.

Ҡойма ямғырҙар аҫтында ла ремонт туҡтамай. Күперҙе төҙөкләндереүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, ти төҙөүселәр. Сөнки һуңғы ремонт егерме йыл элек уҙғарылған. Юл япмаһы, бетон конструкциялар, һыуҙан һаҡлау саралары ла эшлектән сыға башлаған.

Күперҙә гидроизоляция эшлектән сыҡҡайны. Шулай уҡ бетон ҡоролмалар ҙа нығытыуҙы талап итә. Беҙ хәҙер бер юлы һыуҙан һаҡлау, хәүефһеҙлек сараларын да яңыртабыҙ. Эш йылдам бара, августҡа тамамларға иҫәп тотабыҙ.

Салауат Алсынбаев, «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы бүлеге етәксеһе

Күперҙән тәүлегенә һигеҙ меңдән ашыу автомобиль үтә. Шуға ла уны яңыртып тороу мөһим. Ремонт ваҡытында бер һыҙат ябыла һәм транспорт хәрәкәте реверсив йүнәлештә ебәрелә. Светофор менән көйләү юл төҙөлөшөндә киң ҡулланылған тәжрибә. Автомобилдәр күп тигәндә ике-өс минутҡа туҡтай, ти төҙөүселәр. Ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән осраҡта транспорт хәрәкәтен хеҙмәткәрҙәр көйләй.

Быйыл Башҡортостанда мең километрҙан ашыу юл ремонтлау күҙаллана. Ә төҙөкләндереләсәк 24 күперҙең дөйөм оҙонлоғо 1700 метр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ