Хәрбиҙәргә тәгәрмәсле мунса. Махсус хәрби операция биләмәһенә Ҡалтасы районынан гуманитар ылау килеп етте. Был юлы урындағы халыҡ яҡташ яугирҙарына 4 техника оҙатҡан. Шуларҙың береһе үҙгәртеп ҡоролған «ПАЗ» автобусы. Уны оҫталар мобиль мунса итеп эшләгән. Эске яғында мейес, йыуыныу бүлмәһе, эләүкә һәм кейем элгестәр бар.
Был мунса яугирҙарға фронт шарттарында таҙалыҡты һаҡларға, ял итергә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, ҡалтасылар юғары үтеүсәнле автомобилдәр, кер йыйыу машинаһы, һыуытҡыс, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ -түлек һәм башҡа әйберҙәр ебәргән. Гуманитар ылауҙы йыйыуҙа район халҡы ҙур әүҙемлек күрһәткән. Ойоштороу эшенә урындағы хакимиәт, йәмәғәт ойошмалары булышлыҡ иткән.



