Башҡортостан ирекмәндәре яугирҙар өсөн Рәсәй флагын үрә

Халыҡ фронты «Маскировка Щит Өфө» ирекмәндәре хәрәкәте менән берлектә Рәсәй флагын үреп, уны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй. Дүрт квадрат метр ярым ҙурлыҡтағы триколорҙы эшләү өсөн оҫталарға ни бары бер сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителде. Сөнки бында маскировка селтәрҙәрен үреүгә оҡшаш техника ҡулланыла. Яҡын арала сираттағы гуманитар ылау менән ирекмәндәр флагты махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрә, яугирҙар уны үҙ блиндажына урынлаштырыр тип куҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ