Өфөлә «Берҙәмлектә - көс» хәйриә концертты уҙҙы. Сараға махсус хәрби операция яугирҙары, уларҙың ғаилә ағзалары, фронтҡа ярҙам итеүсе ирекмәндәр саҡырылды. Концерт алдынан хәрбиҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмалары тапшырылды. Тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Ҡунаҡтар алдында билдәле артистар сығыш яһаны. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙамға йүнәлтеләсәк.




