Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Тәүге тапҡыр ул 1997 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының Таврический һарайында үтә. Ошо ваҡыттан күләмле сараға әүерелә. Бөгөн ул Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра.
Форум донъяуи иҡтисадтың төп мәсьәләләрен тикшереүҙе һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыуҙы маҡсат итеп ҡуя . Рәсәй төбәктәре партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырыу өсөн төрлө яҡлы эш алып бара. Башҡортостан мәҫәлән, иҡтисади мөмкинлектәрен традицион мәҙәниәт аша таныштырҙы.
Форумдың тәүге көнө танышыу ниәтендә үтһә, бөгөн ул эшлекле осрашыуҙарға ҡоролдо. Башҡортостан Дәүләт лизинг компанияһы менән пилотһыҙ авиацияны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыуға килеште. Милли проект сиктәрендә, бөгөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында 16 пилотһыҙ осоу аппараты файҙаланыла. Йыл аҙағына тиклем тағы ике ҡоролма алынасаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте Саха-Яҡут республикаһы, Томск өлкәһе, Алтай крайы һәм Донецк халыҡ республикаһы менән ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Донецк киләсәктә Башҡортостан менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе өҫтөнлөклө итеп күрә.
Форум барышында Ишембай ҡалаһында 7 миллиард һумға яңы аҙыҡ-түлек сәнәғәте. предприятиеһын булдырыуға ҡул ҡуйылды. Был республика өсөн генә түгел, ил кимәлендәге мөһим проект.
Урында шулай уҡ бер нисә эшлекле осрашыу ҙа үтте. Республика башлығы «Мостострой» компанияһы менән киләсәктә республикала эре инфраструктура проекттарына тотоноу мөмкинлектәре барланды. Әлеге ваҡытта ойошма Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ағиҙел аша һалынған күперҙе ремонтлай. Эш киләһе йыл тамамланыр тип көтөлә. Башҡортостанда «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатын уҙғарыу һорауы Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығы менән осрашыуҙа күтәрелһә, «Лемана ПРО» сауҙа селтәре вәкилдәре киләһе йыл тормошҡа ашырыласаҡ технологик проекттарҙы ҡараны. Радий Хәбиров форумда «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Көслөләрҙе һайлау» проектының исем туйында ла ҡатнашты. Яңылыҡ Рәсәйҙә самбо, дзюдо, ирекле көрәш кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мәғариф учреждениеларында тармаҡты күтәрерҙәй махсус базалар ойоштороу ҡаралған.
Иртәгә лә көн эшлекле осрашыуҙарға бай булмаҡсы. Ил Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында күләмле пленар сессия үтәсәк. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен презентациялау Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында төп ваҡиғаларҙың береһе булыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин




