Башҡортостанда иң тәмле ҡымыҙҙы һайланылар

Былтыр Волга буйы федераль округында йәшәүселәр 500 мең литрға яҡын ҡымыҙ эскән. Эсемлекте иң күп етештереүсе төбәктәр араһында Башҡортостан беренселекте бирмәй. Был турала маркировкалау системаһы операторы хәбәр итә. Бөгөн Өфөлә ҡымыҙ етештереүселәр араһында республика конкурсы үтте. Иң тәмле бәйгенән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Традицион эсемлекте үҫтереүгә һәм урындағы етештереүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән конкурс республиканың 10 районында эшләүсе 20-нән ашыу ҡымыҙ бешеүсене берләштерҙе. Ярышты үткәреү өсөн Башҡорт дәүләт аграр университеты майҙансығы юҡҡа ғына һайланмаған.

Конкурсты Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы менән «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге ойоштора. Ярыштың маҡсаты «Башҡорт ҡымыҙы» брендың танытыуға, милли кәсепселекте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә.

Жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай. Әйткәндәй, майҙансыҡта Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә эшләне. Конкурста ҡатнашыусылар өс йүнәлеш буйынса баһалана. «Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы», «Өҫтәмәләр менән бейә һөтөнән ҡымыҙ» һәм «Ҡымыҙ эсемлеге» номинациялары ҡаралған.

Былтырғыға ҡарағанда ҡатнашыусылар һаны артты. Барлығы 29 ҡымыҙ өлгөһө тәҡдим ителде. Тимәк, конкурс ҡымыҙ етештереүселәр араһында популяр. Шуға күрә номинацияларҙы ла киңәйттек. Быйыл еңеүсе һәм призерҙарҙы беренсе тапҡыр Йәштәр көнөндә бүләкләйәсәкбеҙ. Шунда уҡ ҡымыҙҙы - йәштәр эсмлеге тип иғлан итергә йыйынабыҙ.

Руслан Ғиззәтуллин, «Башҡорт аты» Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 29 июнь Йәштәр көнөндә Ағиҙел яры буйында үтә. Шулай уҡ унда ҡымыҙ һатыу ҙа планлаштырылған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ