Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә инвестиция шарттары буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләй. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан Мәскәү өлкәһе менән бергә өсөнсө урын алды, уҙған йылдағы позицияһын һаҡлап ҡалды. “Рәсәйҙең ҡеүәтле төбәктәре араһында бындай урын алыу яҡшы һөҙөмтә”, - тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.
Рейтингта беренсе урында Мәскәү, икенсе итеп Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Татарстан ҡуйылған. Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 386 проект күрһәтелгән.




