Башҡортостан стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингында былтырғы кеүек үк өсөнсө урын алды. Был бик яҡшы һөҙөмтә, тип яҙҙы республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
Әле төбәк башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эшләй. Республика етәксеһе яҙыуынсы, был рейтинг етәкселек эшмәкәрлегенә эшҡыуарлыҡ йәмғиәтенең баһаһына ҡорола. Һәм был күрһәткес беҙҙең дөрөҫ юлда икәнлегебеҙҙе иҫбатлай. Әлбиттә. урын мөһим түгел, ә уның артында торған аныҡ килем, барлыҡҡа килгән предприятиелар һәм яңы эш урындары. Быларҙың барыһы ла төрлө кимәлдә эшләгән кешеләрҙең ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Бер йүнәлешкә өҫтөнлөк биреп уның өҫтөндә ныҡышмалы эшләү генә ошондай һөҙөмтәләргә килтерә. Инвестициялар йәлеп итеү беҙҙең идаралыҡ командаһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Хәҙер инде ете йыл һәр кесаҙна «Инвестиция сәғәте» уҙғарам. райондарҙа «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үтә. Һәм был кәңәшмәләрҙең барыһы ла һөҙөмтә бирә. Беҙ иҡтисадҡа үҫеш мөмкинлеге бирәбеҙ, ярҙам сараларын камиллаштырабыҙ. Барлыҡ эшҡыуарҙарға ла ышанысы, маҡсатҡа ирешеүсәнлектәре, ныҡышмалы булғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең маҡсат үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул да булһа бизнесты үҫтереүгә шарттар тыуҙырыу, ярҙам итеү, ҡурсалау һәм ышаныслы мөнәсәбәттәр ҡороу, тип яҙған Радий Хәбиров.



