Башҡортостанда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләр үткәүелдәрен тикшерә

Башҡортостанда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләр үткәүелдәрен тикшерә. Объекттар хәүефһеҙлек талаптарына тап килергә тейеш.

Эш республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ойошторолған. Айырыуса иғтибар мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эргәһендәге биләмәләргә бирелә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса йәйәүлеләр үткәүеленең нормаларға тап килеүе тураһында техник һығымта яһала. Унда табылған бөтә етешһеҙлектәр һәм уларҙы бөтөрөү буйынса тәҡдимдәр туплана.

Рейдҡа йәйәүлеләр үткәүеле өсөн яуаплы ойошма вәкилдәре саҡырыла. Бөгөн Дәүләт автоинспекцияһы менән баш ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы Өфөнөң Тыныслыҡ урамы буйлап үтте. Етешһеҙлектәр юҡ түгел. “Йәйәүлеләр үткәүеле” билдәләре һәм юлда һыҙаттар булмауы асыҡлана. Идаралыҡ вәкилдәре әйтеүенсә, аҙна дауамында барлыҡ иҫкәрмәләр ҙә бөтөрөләсәк. Өфөлә йәйәүлеләр хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән даими эш алып барыла.

Быйыл Өфөлә юл һыҙаттарын һыҙыу һәм билдәләрҙе урынлаштырыу менән бәйле 35 йәйәүлеләр үткәүелен йыһазландырыу планлаштырылған. Бының өсөн яңы ҡоролма ҡулланабыҙ. Ул төнгө сәғәттәрҙә янып торған «зебраны» проекциялай.

Динар Сәлимов, Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урнбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ