Өфөлә онкоурология форумы сиктәрендә ҡатмарлы операциялар яһалды

Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» форумы барышында Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында робот-ассистент ярҙамында ҡатмарлы операциялар яһалды. Уны медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән Италия белгестәре башҡарҙы. Шулай уҡ форумда Африка, Нигерия, Мысырҙан докторҙар һәм профессорҙар ҡатнаша. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Операция өҫтәлендә ятҡан ирҙе Валентин Павлов уникаль пациент, ти. Ул простата биҙендәге яман шеште еңгән. Әммә бер нисә йыл үткәс, ҡатмарлы диагноз икенсе органы - бәүел ҡыуығына ҡуйыла. Бер онкологик процесты икенсеһе алмаштыра. Быны хирург, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры пациенттың генетик бирешеүсәнлегенә бәйләй. Иргә операция Өфөлә үткән халыҡ-ара «онкоурология аҙналығы» форумы сиктәрендә яһалды.

Бөгөн халыҡ-ара форумдың һуңғы көнө. Был пациент сараның идеологияһын сағылдыра, тип әйтергә мөмкин. Сөнки бер майҙанда беҙ Рәсәй һәм сит илдәрҙә эшләгән иң яҡшы белгестәрҙе йыйҙыҡ. Генетиктар, иммунологтар, яңы дарыуҙарҙы уйлап сығарыусылар, химия терапия табиптары һәм башҡалар. Форум аҙағында «тере хирургия» тип аталған өлөш башлана. Бында беҙ ҡатмарлы осраҡтарҙы тикшерәбеҙ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, хирург

Пациенттың зарарланған органы икенсегә - биоинженерия яҙамында яһалғанына алмаштырылды. Операция барышын видеобәйләнеш аша Рәсәй һәм сит ил клиникалары табиптары күҙәтте. Трансляцияла Ростов дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Михаил Коган ҡатнашты.Башҡортостандың баш ҡалаһы бер аҙнаға онкоурология өлкәһендә эшләгән хирургтар өсөн конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм фәнни-тикшеренеү майҙансығына әйләнде. «Тере хирургия», йәғни операциялар яһау урыны итеп Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һайланған. Әмәлиәттәрҙең береһен Италия белгестәре лә башҡарҙы.

Башҡортостанда, көнбайыш Европалағы кеүек, урология бик юғары кимәлдә. Беҙ бында бик яҡшы табип-анестезиологтарҙы осраттыҡ, техник яҡтан йыһазландырылған операция бүлмәләрен күрҙек. Клиникала тағы ике робот-ассистент бар, улар тураһында һәр клиника хыяллана.

Джорджио Боццини, Лариана дауаханаһының урология һәм хирургия бүлеге мөдире

Рәсәйҙә беренсДжорджио Боццини, Лариана дауаханаһының урология һәм хирургия бүлеге мөдире тапҡырмын. Мин бында бик күп изге кешеләр менән осраштым. Һәм, дөрөҫөн әйткәндә, үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм.

Давиде Перри, Изге Анна дауаханаһы табип-урологы

Өфөлә Рәсәй-Италия медицина үҙәге асыласаҡ. Был туралағы килешеүгә Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән Италиялағы Лариана дауаханаһының урология һәм хирургия бүлеге мөдире Джорджио Боццини ҡул ҡуйҙы. Документ халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә, шулай уҡ урология, онкология һәм репродукция өлкәһендәге донъя фәненән өлөш индерергә мөмкинлек бирәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ