Өфөлә медицина белгестәре өсөн үҙәк нерв системаһы, һәм умыртҡалағы аномалияларҙы алдан асыҡлауға арналған семинар үтте.
Ул йөклө ҡатындарға нерв һәм баланың баш мейеһе кәмселектәрен асыҡлағанда медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Сара табиптар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнде. Айырыуса иғтибар умыртҡа һәм тыумыштан килгән һирәк ауырыуҙарға, уларҙы заманса технологиялар ярҙамында дауалауға йүнәлтелде.



