«Айғыр» отряды дрон ярҙамында һөҙөмтәле разведка һәм һөжүм алып бара

Күк һунарсыһы дошман позицияларын ҡыйрата. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының» Айғыр» пилотһыҙ осоусылар отряды ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Яҡташтарыбыҙ хәҙер оптик сүстәрҙә FPV-дрондарҙы әүҙем ҡуллана башлаған. Был дошман хәрби техникаһын һәм шәхси составын юҡ итеү мөмкинлеген киңәйтә. Айырым подразделение эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.

Граждан сығышлы дрон хәрбиҙәр ҡулында алыштырғыһыҙ ҡоралға әйләнгән. Ул яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡына ҡалмай, засадалар тураһында иҫкәртә һәм артиллерия утына төҙәтмәләр индерә. «Айғыр» отрядында бөгөн бәләкәй генә разведка «ҡоштарынан» алып, ҙур һөжүм итеүсе аппараттарға тиклем бар. Уларҙың һәр береһе үҙенең махсус бурысын үтәй.

Операторҙар дрондар менән тәүлек әйләнәһенә идара итә, был хәрби бурыстарҙың һөҙөмтәлеген арттыра. Әммә пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу менән бәйле ҡыйынлыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, радиоэлектрон көрәш саралары һауалағы «ҡоштарҙың» эшенә ҡамасаулауы ихтимал. Шуға ла һуңғы ваҡытта оптик сүстәрҙәге дрондар менән идара итеү киң ҡулланыш ала бара.

Оптик сүстәрҙәге дрондарҙың төп өҫтөнлөктәренең береһе - уларҙың үтә нескә үлсәме һәм тауышһыҙ эшләүе. Был операторҙаға дошман күҙенә салынмай мәғлүмәт йыйырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, кабелдәге дрондар юғары сифатлы фотоһүрәттәр һәм видеолар төшөрә, был хәрбиҙәргә ҡаршы яҡ позицияларын һәм техникаһын асыҡ итеп күрергә ярҙам итә.

Операторҙар республикала етештерелгән дрондарҙың сифатын да юғары баһалай. Ай һайын йөҙләгән аппарат махсус хәрби операция биләмәһенә килтерелә. Юҡҡа ғына Башҡортостан был аҙнала «дронлаштырыу» кимәле буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды яуламаны. Юғары ҡаҙаныш төбәк властарының был мәсьәләгә комплекслы ҡарашы һәм иғтибарлылығы менән аңлатыла.

Яҡын киләсәктә Рәсәйҙә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре барлыҡҡа киләсәк. Был турала Владимир Путин 2027-2036 йылдарға ҡоралланыу дәүләт программаһына арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Президент билдәләүенсә, әлеге ваҡытта украин боевиктарының, зыян күргән техникаһының һәм объекттарының 50 проценты дрондар ярҙамында юҡ ителә.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ