21 июндән 22-һенә ҡараған төндә илдә Хәтер шәмдәре акцияһы үтә

21 июндән 22-һенә ҡараған төндә илдә Хәтер шәмдәре акцияһы үтә. 1941 йылдың нәҡ ошо төнөндә фашист Германияһы Советтар Союзына һөжүм итә. Был көн Рәсәй тарихында иң фажиғәле даталарҙың береһе һанала. Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион совет һалдаты һәләк була.

Башҡортостандан иһә фронтҡа 700 меңләп кеше китә, уларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡала. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һәр кем дәһшәтле йылдарҙы иҫкә ала. Ҡалаларҙа митингтар ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы афәтен дә илебеҙ халҡы бергә йырып сыҡҡан. Һуғыш башланған был хәсрәтле көн һәм ҡанлы бәрелеш бөгөнгө быуындың да хәтерендә. Тыныс тормош һәм аяҙ күк өсөн беҙ яу яланында һәләк булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙға бурыслы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ