Башҡортостанда капиталь ремонт программаһына ярашлы күп ҡатлы ике йөҙгә яҡын йортта ҡыйыҡтар тәртипкә килтереләсәк. Тәү сиратта айырыуса таушалған торлаҡ йорттарҙың түбәһе төҙөкләндерелә.
Пекин урамында урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорт 1987 йылда төҙөлгән. Һуңғы йылдарҙа капиталь ремонт программаһы буйынса торлаҡта һыу торбалары алмаштырылған. Эске эштәр тамамланғас ҡыйыҡҡа тотонмаҡсылар. Эш ике аҙна элек кенә башланыуға ҡарамаҫтан, иҫке ҡыйыҡ түбәләргә тиклем һүтелгән. Тәү сиратта йорт керамзит һәм пенопласт менән йылытыла.
Күп ҡатлы ҡыйыҡтың тәүге ҡатламы - гидроизоляция ябыу тамаланған. Эште ямғыр бер аҙ тотҡарлай. Әгәр һауа торошо мөмкинлек бирһә , бер аҙнанан япманы түшәү тамамлана. Сөнки тотош йортта йәшәүселәрҙең йәшәү уңайлығы тап ҡыйыҡың торошона бәйле. Әле 29 күп ҡатлы торлаҡта төҙөкләндереү саралары йылдам бара. Быйылға алынған план теүәл үтәлә.



