Башҡортостандың иң финанс белемле ғаиләләре баш ҡалаға йыйылды

Башҡортостандың иң финанс белемле ғаиләләре баш ҡалаға йыйылды. Өфөлә Бөтә Рәсәй һаҡлыҡ һәм инвестициялар фестиваленең төбәк этабы үтте. Унда муниципаль кимәлдә еңеү яулаған 29 ғаилә һынау тотто.

Йәмғеһе район этабында 200 ғаиләнән 600 кеше финанс белемен күрһәткән. Ә инде төбәк кимәлендә еңеү яулағандар финалда Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Фестивалдең төп маҡсаты халыҡтың финанс белемен камиллаштырыу, ғаилә бюджетын планлаштырыу һәм финанстарҙы һаҡлауға өйрәнеү.

Өфөлә үткән фестивалдә ҡатнашыусылар конкурста һынау тотоп уйын балдары тупланы. Ойоштороусылар»барыһына ла инвестициялар», «Финанс зирәклек» кеүек төрлө викториналар һәм оҫталыҡ дәрестәре әҙерләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ