Өфөлә Йылҡысылыҡ форумы үтте: төп иғтибар – башҡорт аты һәм ҡымыҙ етештереү

Башҡорт атының генетикаһын тикшереү, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡлаған мәлдә фермерҙар менән ғалимдарҙы берләштереү мөһим. Әммә ул исем өсөн генә түгел, ә эш һөҙөмтәһе иҡтисадҡа ла яҡшы йоғонто яһарға тейеш, тине Илшат Фәзрахманов. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры ҡатнашлығында Йылҡысылыҡ форумы үтте. Эшлекле осрашыуҙа төбәк ведомстволары вәкилдәре, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан ғалимдары, йылҡысылыҡ хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, йылҡы тотоусылар ҡатнашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Өфө районындағы хужалыҡтарҙың береһендә 700 баш йылҡы малы аҫрала, уларҙың 100-ө һауын бейәләре. Предприятиела ҡымыҙ бешеү эше ике йыл элек башлана. Бының өсөн айырым цех төҙөлә, автоматлаштырылған махсус йыһаздар һатып алына. Әле бында тәүлегенә 450 литр ҡымыҙ әҙерләнә. Күрһәткестәрҙе артабан да арттырыу маҡсаты ҡуйылған.

Оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында ҡымыҙ етештереү буйынса лидерлыҡты бирмәй. Республикала 180 ҡымыҙ фермаһы эшләй. Уларҙың 99 проценты шәхси предприятиелар.

Йылҡысылыҡҡа бәйле һорауҙарҙы Өфө районында ойошторолған форум барышында тикшерҙеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы ойошторған эшлекле осрашыуҙа төбәк ведомство вәкилдәре, ғалимдар һәм фермерҙар ҡатнашты. Сара барышында тармаҡты үҫтереү перспективалары, аттарҙың тоҡомсолоҡ, спорт һәм продуктив сифаттарын камиллаштырыу мәсьәләләре, йылҡысылыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде. Сығыш яһаусыларҙың береһе - Валерий Болаев «йылҡы - ул ит һәм ҡымыҙ ғына түгел, ғорурлыҡ өлгөһө лә» тип билдәләне.

Мин былтыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фествиалендә булып, уның юғары кимәлдә үткәрелеүенә хайран ҡалып ҡайтҡайным. Башҡорт аты Рәсәйҙең абориген аттарының киң билдәле тоҡомдарының береһе. Ә абориген аттар үҙ йәһәтендә иһә барлыҡ йылҡысылыҡ өлкәһенә нигеҙ булып тора. Шуға күрә республикала башҡорт атын өйрәнеү буйынса күләмле эш алып барылыуы - шатлыҡлы күренеш.

Валерий Болаев, Бөтә Рәсәй йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире

Быға тиклем баш ҡалала «Башҡорт ҡымыҙы» брендын танытыуға, милли кәсепселекте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән ҡымыҙсылар конкурсы үткәйне. Ярышта республиканың 10 районында эшләүсе 20-нән ашыу хужалыҡ үҙ көсөн һынап ҡараны. Конкурста ҡатнашыусылар өс йүнәлеш буйынса баһаланды. «Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы» һәм «Ҡымыҙ эсемлеге» номинацияларында Баймаҡ районының «ЭкоПродукт» ойошмаһы, ә «Өҫтәмәләр менән бейә һөтөнән ҡымыҙ» исеменә Әбйәлил районынан «Тамьян» хужалығы лайыҡ булды.

Форум барышында кадрҙар әҙерләү, йылҡысылыҡ продукцияһын етештереүҙә биологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре, экспорт һорауҙары ла ҡаралды. Осрашыу тармаҡ алдынғыларын бүләкләү менән тамамланды.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ