Дәүләт етәксеһенән юғары баһа. Владимир Путин Петебург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашып, инвестиция торошо милли рейтингында юғары күрһәткестәргә ирешкән төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостанға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Республиканың идара командаһы өсөн аҙна бик ҡыҙыу булды, форум майҙансығында тиҫтәләп рәсми осрашыу уҙғарылды. Яңы эшлекле бәйләнештәр һәм төбәк өсөн мөһим проекттар тураһында коллегам Азат Ғәлиуллин һөйләй.



