Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды. Хәрбиҙәр алдында тәжрибәле сәйәсмәндәр лекциялар менән сығыш яһай, тренингтар уҙғара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйыл февралдә старт алғайны. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектына оҡшаш, төбәк кимәлендә үтә. «Башҡортостан Геройҙары» проекты еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ төрлө предприятиеларға эшкә урынлаштырыласаҡ. Кадрҙар проектының әһәмиәте, төп маҡсаттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмә.



