«Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһы Өфө аша үтте

«Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһы Өфө аша үтте. Гуманитар-эшлекле башланғыс 6 июндә Мәскәүҙә старт алғайны, экспедиция Үҙәк Азия менән Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу ҡалаһы аша бара. Бизнес һәм ғилми берләшмә вәкилдәре, журналистар һәм блогерҙар 51 көн эсендә 8 мең саҡрым ара үтеп, фән, бизнес, мәҙәниәт һәм медиа өлкәһендә тиҫтәләп сара планлаштырған. Башҡортостанда ҡунаҡтар эшлекле программала ҡатнашыуҙан тыш, гастрономия фестивалендә, Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булған. Шулай уҡ Торатауға күтәрелгән, «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге менән танышҡан. Төбәк башлығы Радий Хәбиров экспедицияла ҡатнашыусылар менән осрашып, маршруттың тап Башҡортостан аша һалыныуына рәхмәт белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ