Луганск халыҡ республикаһынан 100-гә яҡын бала Башҡортостанға ял итергә килде

Улар Мәләүез районының “Дуҫлыҡ” балалар лагерында һаулығын нығыта, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә тип хәбәр итә Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.”Йәй буйына беҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан балаларҙы һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәрҙе ҡабул итәбеҙ. Ошо осорҙа балалар Башҡортостан тарихы, уның йолалары менән таныша ала. Балаларҙың ялы файҙалы үтер, тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырыр тип ышанам”,- тип яҙған ведомство етәксеһе.  

Фото №1 - Луганск халыҡ республикаһынан 100-гә яҡын бала Башҡортостанға ял итергә килде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ