Байрам йыл һайын июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләнә. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, тыйыу “ Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында” законға бәйле. Сикләүҙәр кафе-ресторандарға ҡағылмай. 1 сентябрҙә, “Һуңғы ҡыңғырау”, һабантуй көндәрендә хәмер һатылмай. Шулай уҡ Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу ваҡыты сикләнә. Президент Владимир Путин указына ярашлы, байрам йыл һайын июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә.




