Беренсе тирмә. Башҡортостандың ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән үҙенсәлекле проект. Ул 2024 йылдың ноябренән тормошҡа ашырыла. Проекта ҡатнашыусы гүзәл заттар хәрби госпиталдә яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә. Әлегә тиклем республиканан 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ Луганск госпиталендә эшләп ҡайтҡан. Улар ауыр тән йәрәхәттәре алған ир-егеттәребеҙгә йөрәк һәм күңел йылыһын өләшкән, иғтибар, хәстәр менән сорнаған.
Беренсе тирмә-Рәсәйҙәге иң тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды, үҙенсәлекле проект. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың ҡайһы мөйөшөндә йәшәүең дә, милләттең дә, һөнәрең дә, социаль статусың да мөһим түгел. Бары тик йөрәгең, күңелең тулы изгелек, миһырбанлыҡ булырға тейеш, ти проекттың координаторы Сулпан Мөхәмәтғәлиева. Сулпан үҙе лә ике тапҡыр ирекмән булып хәрби госпиталдә эшләп ҡайтҡан.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко тәҡдим иткән проектты төбәк башлығы Радий Хәбиров та хуплаған, республика ирекмәндәргә транспорт һәм йәшәү урыны менән ярҙам итә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе проектҡа үҙ юлы, үҙ кисерештәре менән килә. Ләйсән Рабаданованың ире махсус хәрби операцияла. Алғы һыҙыҡтағыларға өй, күңел йылыһын еткерергә теләнем, ти ул. Ләйсән яңы йылды ла хәрби госпиталдә яугирҙар менән ҡаршы алған.
Әлбиттә, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыу ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡыйыулыҡ та, тәүәкәллек тә талап итә. Донъяңды, ғаиләңде, эшеңде ҡалдырып барырға тура килә. Финанс сығымдар ҙа, рухи ныҡлыҡ та, физик көс тә кәрәк. Миәкәнән Луиза Әхмәтшина хәрби госпиталдә өс тапҡыр эшләп ҡайтҡан. Ярҙам итеү теләге бар ауырлыҡтарҙан көслөрәк, ти ул.
Ирекмәнлек физик һәм рухи көс талап иткән ғәмәл. Хәрби госпиталдә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға көн һайын 20 меңгә яҡын аҙым яһарға тура килә. Әммә арыу һиҙелмәй, сөнки эш иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә, ти ирекмән Флүзә Ғайсина.
Хәрби госпиталдә ятҡан яралы яугирҙарҙың туғандары йыраҡта. Ирекмән улар өсөн иң яҡын кеше, әсәй ҙә, дуҫ та, серҙәш тә.
Тәүҙә асылып бармаһалар ҙа, ысын күңелдән ярҙам иткән де күреп проблемалары менән бүлешә, серҙәрен һөйләй башлайҙар, ихласлыҡты тоялар, ти Өфөнән ирекмән Гөлдәр Нурыева.
Хәрби госпиталдә эшләү, яралы яугирҙарҙы тәрбиәләү донъяға ҡарашты ла, тормош ҡиммәттәрен дә үҙгәртә. Сибайҙан Әлфирә Үтәбаева менән Ауырғазынан Айгөл Ғәбитова әйтеүенсә, күҙ йәштәрен тыйып булмаған саҡтар ҙа була. Әммә егеттәр йәлләүгә мохтаж түгел.
Ирекмәндәр хәрби госпиталдә төрлө ярҙам күрһәтә, уларға яралы яугирҙарҙың тән йәрәхәттәрен дә, йән яраларын да бөтәйтергә тура килә. Хатта айырылыу сигендә булған йәш парҙы яңынан ҡауыштырырға тура килде, ти социаль психолог Рима Ғәлиәхмәтова-Санъярова.
Донъяны изгелек ҡотҡарыр, ти ирекмәндәр. Әлегә «Беренсе тирмә» проекты буйынса хәрби госпиталдә йөҙҙөн ашыу ҡатын-ҡыҙ эшләп ҡайтҡан. Тағы ла 300-ҙән ашыу гүзәл зат ярҙам итергә теләк белдереп анкета ебәргән. Уларҙың күбеһенең туғандары, яҡындары алғы һыҙыҡта.
Ирекмәнлек ул-кешенең булмышы, асылы, йәшәү рәүеше. Күңел, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған изге ғәмәл. Ә махсус хәрби операция шарттарында ирекмәнлек Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек сағылышы ла булып тора. Алғы һыҙҡтағы яугирҙарыбыҙҙың тыл ярҙамын, күңел йылыһын тойоуы мөһим. Сөнки беҙҙең төп көсөбөҙ берҙәмлектә.
Рәмзиә Кәримова



