Олимпиада еңеүселәре, инвестициялар һәм почта – аҙнаның төп темалары

Башҡортостан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары буйынса алдынғы 5 төбәк исемлегенә ингән. Был турала Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров уҡыусыларҙы һәм уларҙың педагогтарын матди яҡтан дәртләндереү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ почта бүлексәләрен төҙөкеләндереү программаһы, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

100 миллиард һумға иҫәпләнгән 33 килешеү. Башҡортостан өсөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы эшлекле һөйләшеүҙәргә лә, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә лә бай булды. Һәр документ республикаға йәлеп ителгән аҡса, һалынған инвестициялар тигән һүҙ. Бынан тыш, Башҡортостан майҙаны күргәҙмәнең иң популяр экспозицияһы булып танылған, форум көндәрендә стенд менән 10 меңдән ашыу кеше танышҡан..

Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ, Башҡортостан ил кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм призерҙар буйынса алдынғы 5 төбәк иҫәбенә ингән. Республиканан 11 уҡыусы еңеүсе, 46-һы призер исемен яулаған. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, юғары күрһәткестәр төбәктә һәләтле балаларға ныҡлы иғтибар бирелеүе, шарттар тыуҙырылыуы менән бәйле.

Оператив кәңәшмәлә республикалағы почта бүлексәләрен төҙөкләндереү барышы ла тикшерелде. Әле Башҡортостанда 1 мең 240 бүлексә иҫәпләнә, уларҙың 80 проценты ауыл ерендә урынлашҡан. Федераль программа буйынса почта биналарының бер өлөшө ремонтланған һәм заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Был эште артабан да дауам итеү бурысы тора.

Башҡортостан башлығы Хөкүмәткә Екатеринбургта июль башында уҙасаҡ «Иннопром» күргәҙмәһенә әҙерләнергә ҡушты. Тап ошо форумда Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты буйынса рейтингы иғлан ителә. Мәғлүм булыуынса, республика былтыр «Иннопром»да 18 миллиард һумға яҡын суммаға 9 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ