Стәрлебаш районы үҙәгендә «41-ҙең арбалы ҡатындары» тип исемләнгән һәйкәл барлыҡҡа килде. Скульптура Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡатындарына бағышланған. Архитектур ҡоролма ысынбарлыҡта булған тарихты сығылдыра. Фронтҡа алынған ир-егеттәр Әлшәй районының Раевка ауылында әҙерлек үтә. Ашау етмәгәнлектән асыҡҡан яугирҙар өйгә ярҙам һорап хәбәр итә. Алты ҡатын арбаға аҙыҡ-түлек тейәп юлға сыға. Ләкин уларға ат бирмәйҙәр. Етмеш саҡрымды арбаны үҙҙәре һөйрәп үтергә мәжбүр була. Был һәйкәл халыҡ йыйған аҡсаға төҙөлә һәм тылда михнәт күргән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға арнала.




