Өфөнөң Затон биҫтәһе Пожарский урамында йәшәүселәр өс аҙна һыуһыҙ интегә. 6 июндә көтөлмәгәндә тотош өйҙә һыу һүндерелә.
Йорт хужалары ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһен, мәсьәлә асыҡ ҡала. Ике ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең күбеһе оло йәштәгеләр, бәләкәй балалар ҙа байтаҡ, иң кесеһенә 4 йәш. Һөҙөмтәлә халыҡ һыуҙы эргәләге колонканан ташырға мәжбүр. Авария хәлендәге йортта йәшәгән халыҡ икенсе торлаҡҡа күсереүҙәрен көтә.



