Бөйөк Ватан һуғышында Иглин районынан 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, уларҙың яртыһынан күбеһе яу ҡырҙарында ятып ҡалған. Патриотик акцияла төрлө быуын вәкилдәре - хеҙмәт ветерандары һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, йәш армеецтар, ирекмәндәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар яугирҙар иҫтәлегенә хәтер шәмдәре яндырҙы, Бөтә Рәсәй тынлыҡ минутына ҡушылды. Өлкәндәр илһөйәрлек акцияһының йәш быуынды тәрбиәләүҙә өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.



