Башҡортостан — Рәсәй олимпиадаларында лидерҙар араһында

Башҡортостан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары буйынса алдынғы 5 төбәк исемлегенә ингән. Был турала Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров уҡыусыларҙы һәм уларҙың педагогтарын матди яҡтан дәртләндереү бурысын ҡуйҙы. Республиканан 11 уҡыусы еңеүсе, 46-һы призер исемен яулаған. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, юғары күрһәткестәр төбәктә һәләтле балаларға ныҡлы иғтибар бирелеүе, шарттар тыуҙырылыуы менән бәйле.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ