Һөнәри ҡаһарманлыҡ - иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда «Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү» буйынса закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, махсус хәрби операция һәм башҡа хәрби бәрелеш биләмәләрендә эшләгән хәрби журналистарға социаль яҡлауҙы көсәйтеү ҡаралған. Яңы закон буйынса хәрби журналист, хәрби журналистика хеҙмәткәре, хәрби журналистика ветераны төшөнсәләрен дә билдәләү тәҡдим ителә, һуңғыһына һәм һәләк булыусы хеҙмәткәр ғаиләһе ағзаһына танытмалар әҙерләү ҡаралған. Ярҙам саралары күрһәтеү тәртибе республика Хөкүмәте тарафынан раҫлана.



