Стәрлетамаҡта «Мәғариф» милли проектына ярашлы төҙөлгән мәктәп меңдән ашыу балаға иҫәпләнгән. Белем усағында инженерлыҡ йүнәлешенә баҫым яһау һәм башланғыс синыфтарҙан алып программалау һәм робототехника дәрестәрен индереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта ижади һәләттәрҙе лә үҫтереү планлаштырылған. Төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.
Бер йыл элек кенә был урында ташландыҡ баҡсалар булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Әле майҙанда күләмле төҙөлөш ҡайнай. Стәрлетамаҡ ҡалаһының яңы биҫтәһендэ «Мәғариф» милли проекты буйныса мөһим социаль объект - мәктәп төҙөлә.
Һуңғы йылдарҙа Прибрежный микрорайонында яңы йорттар сафҡа индерелә, унда йәш ғаиләләр күсә. Урында ике балалар баҡсаһы бар, әммә белем усағы менән хәл ҡатмарлы була. Төҙөлөш былтыр көҙ башлана, әлеге ваҡытта объекттың яртыһы әҙер тиерлек. 4 ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул мең 50 уҡыусыны һыйҙыра аласаҡ.
Мәктәптә техник-инженер йүнәлешкә баҫым яһау күҙаллана. Бының өсөн робототехника, пилотһыҙ осоу аппараттары, архитектура, дизайн кабинеттары төҙөлә. Киң һәм яҡты спорт залы иһә район ғына түгел, республика ярыштарын ҡабул итә алырлыҡ кимәлдә буласаҡ, ти төҙөүселәр.
Әлеге ваҡытта бинаның ҡыйығы ҡорола. Бер юлы тәҙрәләр ҡуйыла канализация һәм һыу селтәрҙәре һуҙыла. Яҡын арала эске биҙәү эштәрен башлау күҙаллана . Проектҡа ярашлы, объектты йыл аҙағына төҙөп бөтөү һәм киләһе этапта - кабинеттарҙы йыһазландыра башлау бурысы тора.
Әлфинә Килдейәрова



