Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивале үтте. Етенсе йыл рәттән ойошторолған мәҙәни сара Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Унда республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын конкурсант ҡатнашты. Улар «Данлы ил - Башҡортостан» патриотик йыр һәм «Заманалар мираҫы» тип исемләнгән фольклор бейеү башҡарыусылары араһында ике номинацияла сығыш яһаны.
Ошонда уҡ халыҡ ижадына бәйле оҫталыҡ дәрестәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре оҫталары йәрминкәһе уҙҙы. «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестиваленең быйылғы Гран-приһын Мәләүез ҡалаһынан Рәйхана Хафизова яуланы. Оҙон көй менән ул бик күп республика конкурс-фестивалдәрҙә даими сығыш яһай.




