Яман шеш менән сирләгән балалар Рәсәй йыһангиры Андрей Борисенко менән осрашты. «Сәнғәт аша йыһан терапияһы» программаһын Республика балалар клиник дауаханаһында ЮНИТИ фонды ойошторҙо. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар хыялдары менән уртаҡлашты, һүрәт төшөрҙө, космонавтан иҫтәлекле бүләктәр алды. Өфө - донъяла ошондай программа үткәрелгән 44-се ҡала. Ентекләберәк киләһе сюжетта.
Балалар рәссамдар һәм ирекмәндәр ярҙамы менән үҙҙәренең яҡты теләктәрен һүрәткә төшөрә. Яман шеш диагнзы ҡуйылған Владислав киләсәккә мөһим маҡсаттар ҡуя. Ул ҡатмарлы ауырыу менән яфаланыусы башҡа тиҫтерҙәре менән бергә «Хыял ракетаһы» проектында ҡатнаша. Сара ижад һәм үҙ-үҙеңә ышаныу байрамына әүерелде, балаларға үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн көс бирҙе. Уларға һүрәт төшөрөргә Рәсәй Геройы, космонавт Андрей Борисенко ярҙамлашты.
Проектты ЮНИТИ фонды менән «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы ойоштора. Быға тиклем ул 11 илдә, шул иҫәптән Африкала һәм Латин Америкаһында тормошҡа ашырылған. Башҡортостанда иһә тәүгә үткәрелә. Арт-терапия балаларға хыялға ышанырға һәм проблемаларҙы оноторға ярҙам итә, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Балалар төшөргән һүрәттәр Йыһанға ебәреләсәк. Шулай уҡ ойоштороусылар ҡатмарлы сир менән көрәшкән кескәйҙәрҙе космодромға алып барырға, ракетаның космосҡа осоуын күрһәтергә теләй
Нурия Вәлиева



