Башҡортостанда бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Хәрби комиссариаттың хәрби-патриотик эш буйынса бүлексә етәксеһе Альберт Ғилманов үҙ сығышында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуын билдәләп, уларға уңышлы хеҙмәт теләне. Хәрбиҙәр ярты йылға бер отпускыға ҡайта, оло юлға сығыусылар транспорт менән дә тәьмин ителә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ