Баймаҡ районынан «Беҙ бергә» ирекмәндәр ойошмаһы сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был юлы улар үҙҙәренең сәфәрен Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында алышҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә бағышланы.
Яҡташтарҙың ярҙамы махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар әленән әле гуманитар ылау оҙата, аҡсалата ярҙам күрһәтә. Баймаҡ районының һәр ауылында ирекмәндәр әүҙем эшләй унда ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ирҙәр ҡоро, белем биреү учереждениелары, ауыл хакимиәте, шәхси эшҡыуарҙар һәм башҡа ойошмалар берләшкән. Яугирҙәргә гуманитар ярҙамдың өҙлөкһөҙ оҙатылып тороуы - был уларҙың берҙәм эшләү һөҙөмтәһе.
«Беҙ бергә» ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы һалдаттар менән тығыҙ бәйләнештә. Шуға күрә лә нимәләр кәрәклеге хаҡында һәр саҡ хәбәрҙә. Был юлы ла бик күп гуманитар ярҙам уларҙың теләге буйынса йыйылды.
Баймаҡ районы халҡы ла еңеүҙе яҡынатыу, һалдаттарҙың рухын күтәреү өсөн тос өлөш индерә. Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған райондаштарыбыҙҙың махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгән егеттәрегә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыуҙары ҙур һөйөнөс.



