Башҡортостанда «Урман» операцияһы дауам итә

Республикала «Урман» операцияһы бара. Оператив -профилактик сарала хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, урман инспекторзары ҡатнаша. Урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, шул иҫәптән урман ултыртылған урындарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарына юл ҡуймау һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн үткәрелгән рейд тураһында тулыраҡ киләһе репортажда.

Бөрө районына ҡараған урман участкаһында законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Йәшел ҡалҡанға килтерелгән зыян 45 мең һумға етә. Был сумма матди юғалтыуҙы ғына түгел, экосистемаға зыян килеүен дә аңлата. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара. Закон буйынса ағастар һәм ҡыуаҡтарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн енәйәти һәм административ яуаплылыҡ янай.

Рейдты уҙғарыусылар урмандарҙы патрулләү менән генә сикләнмәй, закон боҙоу осраҡтарын теркәү өсөн фотоаппараттар ҙа ҡуя. Мәғлүмәт телефонда булған махсус ҡушымта аша күҙәтелә. Урман инспекторҙары әйтеүенсә, был енәйәтселәрҙе тиҙ арала асыҡлау өсөн уңайлы.

Камера урман эсендә ниндәйҙер хәрәкәт булһа, уны автоматик рәүештә теркәй. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡоро утын тейәлгән йөк машинаһы үтеп барғанын күреп ҡалдык. Телеграм селтәренә килгән фото буйынса беҙ шунда уҡ урынға йүнәлдек. Урман хужалығы министрлығы тәҡдим иткән яңылыҡ ысынлап та бик файҙалы булып сыҡты.

Зөлфиә Кузнецова, Бөрө урман хужалығы буйынса дәүләт контроле бүлеге инспекторы

«Урман» операцияһы июнь аҙағына тиклем дауам итә. Төбәк урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙы һәм урмандарҙан сығыу урындарын патрулләү тәүлек әйләнәһенә алып барыласаҡ. Инспекторҙар шулай уҡ ағас эшкәртеү объекттарына, келәттәргә лә барырға йыйына.

Йыл башынан алып республиканың дәүләт урман инспекторҙары 10 меңдән ашыу урман патруле үткәргән, тикшереү барышында 300-ҙән ашыу хоҡуҡты боҙоусылар асыҡланған. «Урман» операцияһы тәбиғәт ресурстарын һәм төбәк экологияһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Даими үткәрелгән рейдтар урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын кәметеүгә булышлыҡ итә.

Илүзә Ҡыҙрасова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ