Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйҙы. Был республика тарихында тәүге күренеш. Уның белеме физика, информатика һәм профилле математика буйынса максималь балл менән баһаланған. Шулай уҡ Алексей рус теленән дә имтиханын 94 балға яҙған. Егетте уҡытыусылары намыҫлы һәм фекерле уҡыусы булараҡ билдәләй. Алексей айырыуса теүәл фәндәрҙе ярата икән. Киләсәктә мәғлүмәт технологиялары йүнәлешен һайларға ниәтләй.



