Бөгөн республикала 267 йәш пар законлы никах теркәүгә ғариза биргән, уларҙың 56-һы Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә. Был турала республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, йәштәр ғаилә ҡороу өсөн матур даталарҙы йыш һайлай. Быйыл бәхетле парҙарҙың иғтибар үҙәгендә 25 һаны. Матур дата көнөндә парҙар тантаналы шарттарһыҙ булһа ла теркәү үтергә әҙер. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, быйыл 25 майҙа ял көнө булыуға ҡарамаҫтан республикала 98 пар өйләнешкән.



