Республика парламенты ата-әсә ҡарауһыҙ ҡалғандарға өҫтәмә гарантиялар тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Ул тәүге тапҡыр эшкә урынлашыусыларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Әле 23 йәшкә тиклемге, беренсегә эш эҙләүсе булып рәсми теркәлгәндәргә ярты йыл буйы эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие түләнә. Район коэффициенты менән ул 17 мең 300 һум. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, ошо ярты йыл тамамланғансы эш тапҡандар өсөн өҫтәмә түләү ҡаралған. Уларға айлыҡ түләү республикала уртаса эш хаҡына еткерелә. Айырманы дәүләт түләй. Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы 68 мең 848 һум, тигән мәғлүмәттәр бирә Статистика хеҙмәте.




