“Бал” 25 дошман һалдатын юҡ иткән

Башҡортостандан  “Бал”  позывнойлы яугир дошман һөжүмен кире ҡағып 25-тән ашыу боевикты юҡ иткән. Яҡташыбыҙ яраланһа ла, хәрби бурысын үтәүен дауам иткән. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа килгән рәхмәт хатында ошо турала әйтелә.Гвардия сержанты махсус хәрби операцияла  үҙен Ватанды һаҡлау бурысын намыҫ менән башҡарған ышаныслы иптәш итеп күрһәтте, тиелә унда. Күгәрсен районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, “Бал”  2023 йылдан  алып махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә.

Фото №1 - “Бал” 25 дошман һалдатын юҡ иткән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ