Шишмә районында Әлкә инженер-сапер бригадаһы һалдаттары һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды. Теоретик һәм практик дәрестәр барышында улар Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында, ғүмер өсөн хәүефле осраҡтарҙа үҙҙәренә һәм зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнде. Уҡыуҙар барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Танк ут эсендә, ҡыҫҡа ваҡытта ҡеүәтле техника эсенән хәрбиҙе сығарып, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Семинарҙа ҡатнашыусыларға теорияла барыһы ла аңлатып бирелгәйне, хәҙер алынған белемде практикала күрһәтеү бурысы тора. Һалдаттар тактик медицина нигеҙҙәре менән танышып, полигон шарттарында күнекмәләр үтә.
Аяҡ-ҡулдарға ҡан ағымын туҡтатыусы турникет, йә жгут һалыуҙан башлап яралыларҙы хәүефһеҙ биләмәгә эвакуациялауға тиклем - семинарҙа ҡатнашыусылар көн дауамында хәрби-медицина әҙерлеге үтә.
Семинар Башҡортостанда Халыҡ фронты йәштәре башланғысы менән үтә, проект сәйәси партия, «Донбасс медицинаһы дуҫтары» хәрәкәте, Рәсәй гвардияһы вәкилдәре тарафынан да хуплау тапҡан.
Ғүмергә хәүеф янағанда һәм эргәңдә бер кем дә булмағанда, үҙеңә дөрөҫ итеп беренсе ярҙам күрһәтә белеү мөһим,, әйтәйек, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәр, ирекмәндәр мотлаҡ үҙҙәре менән беренсе эшелон аптечкаһын йөрөтә, уның эсендә жгут, турникет, бинт, ауыртыуҙы баҫыусы препарат һәм бирсәткә. Ойоштороусылар Ошондай тактик медицина буйынса дәрестәрҙе республика кимәлендә даими уҙғарырға планлаштыра, айырым үҙәк булдырыу маҡсаты ла ҡуйылған.
Икенсе һәм өсөнсө эшелон аптечкалары ла була. Уларҙың эстәлеге, тәғәйенләнеше менән табиптар таныштырҙы. Андрей үҙе лә махсус хәрби операция башланғас күп тапҡырҙар Донбаста булып, медицина учреждениеларында, хәрби госпиталдәрҙә эшләгән. Тактик медицина нигеҙҙәре буйынса ул алғы һыҙыҡтағылар менән дәрестәр уҙғарған.
Шишмә районында ойошторолған семинарға килгәндә, ул өс сәғәт дауам итте. Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса алынған белем Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ла, юл-транспорт ваҡиғалары булғанда ла кәрәк булыуы ихтимал. Киләһе уҡыуҙар ирекмәндәр өсөн ойоштороласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина



