Былтыр Башҡортостандың үҫеш корпорацияһына яңы производство төҙөргә урын һорап 80 эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Быйыл әле үк 30 мөрәжәғәт бар. Уның иллеһен «Инвестиция сәғәтендә» тикшерҙек, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
Республикала яңы предприятиелар төҙөү майҙандарына һорау ҙур. Бөгөн төбәктә инвесторҙарға тәҡдим итерлек 1400 буш майҙансыҡ бар. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә лидерҙар иҫәбендә. Инвесторҙарға ер участкалары менән танышыу өсөн мәғлүмәтте Башҡортостандың инвестиция картаһына һалдыҡ. Предприятиеның эшмәкәрлек һөҙөмтәләре уның урынлашыуына туранан-тура бәйле. Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ, ҡеүәтле бизнесҡа ла уңайлыҡтар тыуҙырыу беҙҙең дөйөм мәсьәлә,тип яҙған Радий Хәбиров.



