Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы

Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы. Президент академияһы базаһында тормошҡа ашырылған курс үҙ белемдәрен киңәйтергә һәм системаға һалырға теләүсе тәжрибәле идарасылар өсөн тәғәйенләнгән. Программала 12 модуль. Һәм уларҙың береһе - милләт-ара һәм конфессиональ мөнәсәбәт мәсьәләләренә арналғанын ҡатнашыусылар Башкортостанда өйрәнә.

Республика башлығы илдең төрлө төбәктәренән килеүсе программала ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров Башҡортостанда бөтә халыҡтар ҙа туған телен һәм мәҙәниәтен өйрәнә алһын өсөн шарттар булдырылыуын билдәләне. Конфессия-ара мәсьәләләр булып тора, әммә идарасы командалар тәжрибәһе һәм халыҡ менән туранан-тура аралашыу тыныслыҡты, килешеп йәшәүҙе һаҡларға ярҙам итә.

Беҙҙең республика илдең күп милләтле төбәктәренең береһе.. 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа 160 милләт вәкиле теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта төп нигеҙ тип беҙ өс төп этносты - көнсығыш - славян, фин-уғыр ҙәм төрки халыҡтарҙы иҫәпләйбеҙ.

Азат Бадранов, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы

Иң мөһиме халыҡтар берҙәмлеге. Кешеләр араһындағы ихласлыҡ,эске фаторҙарҙы, төбәктәрҙәге генә түгел, илдәге хәлде лә ҡаҡшатыуға юл ҡуймай. Башҡортостандың, власть органдарының, был тәңгәлдә тәжрибәһе бик ҙур. Шуға күрә беҙ республикаға килеп - шәп тәжрибәләрҙе өйрәнергә һәм һоҡланырға ҡарар иттек.

Тигран Занко, Doctor of public administration юғары идара кадрҙары әҙерлеге программаһы директоры

Кадрҙар әҙерләү федераль программаһында ҡатаншыусылар Торатауҙы ла барып күрҙе. Илдең төрлө төбәктәренән килгән идарасылар өсөн халҡыбыҙ өсөн изге урынды барып күреү оло мәртәбә. Ҡунаҡтар республика, уның халҡы тураһында тарих тыңланы, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте һәм уйындарҙа ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ