«Башҡортостан геройҙары» проектының 150 шәхсән әңгәмә һынауы үтеүсенең яртыһы ғына киләһе этапҡа һайлап алына. Унда ҡатнашыусылар араһында ветерандар ҙа, отпуск ялына ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Радий Хәбиров тәҡдиме менән 24 февралдә ойошторолдо. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының төбәк аналогы булып тора. «Башҡортостан Геройҙары» программаһы еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ коммерция компанияларына эшкә урынлаштырыласаҡ. Киләһе этап 28 июндә башлана.



