Аҡъяр тау колледжы студенттары тәүге тапҡыр үҙ уҡыу йортонда биш йүнәлеш буйынса дәүләт аттестацияһы үтте. Быға тиклем уларға имтихан тотоу өсөн Учалы һәм Сибай ҡалаларына йөрөргә тура килгән. Хәҙер колледжда уҡ атесттация үтеү өсөн генә түгел, ә уҡыу процессын яҡшыртыу өсөн заманса шарттар тыуҙырылған. Аттестация студенттарҙың ғәмәлдә алған белемдәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Һынауҙы ла улар Башҡорт баҡыры компанияһы вәкилдәре алдында тотто. Быйыл колледжды 236 егет һәм ҡыҙ тамамлай.



