Стәрлебаш районынан Федоровкаға илткән автомобиль юлында ремонт эштәре бара

Стәрлебаш районынан Федоровкаға илткән автомобиль юлында ремонт эштәре бара. Әлегә ике саҡрым участкала яңы асфальт ҡатламы түшәлгән. Объектты яңыртыу буйынса пландар һәм файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты - киләһе материалда.

Ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы тура заводтан килтерелеп, ҡеүәтле техника ярҙамында иҫке ҡатламы ҡырып алынған участкаға тигеҙләп һалына. План буйынса, Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш-Федоровка автомобиль юлының 3 саҡрым 400 метр арауығында ремонт эшләнә. Ул июлдә тамамланырға тейеш.

Юл ремонты Стәрлебаш районы стелаһынан башланған, көнөнә бер яҡлап саҡрымдан ашыу участка төҙөкләндерелә. Эш аҙағында юл һыҙаты ла һалына.

Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар: ремонт барышында автомобиль хәрәкәте өлөшләтә сикләнеп, светофорҙар ярҙамында көйләнә. Быға тиклем юл сифаты яҡшынан булмаған, шуға күрә биләмәләге эш - барыһы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға. Участкаға һалынған асфальт-бетон ҡатнашмаһы өлгөһө алдан лабораторияла дәүләт стандарттарына тикшерелгән, нормативтарға тура килә. Юлға түшәлгәндән һуң да һынауҙар ойошторола. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, объектта эш графикҡа ярашлы башҡарыла.

Соҡор ямауҙан башлап бер нисә саҡрым участкала асфальтты тулыһынса яңыртыуға тиклем - юл төҙөүселәр көсө менән муниципаль һәм төбәк кимәлендәге автомобиль юлдарында тәртип булдырыла. Әле ошондай уҡ төҙөкләндереү эштәре Стәрлетамаҡ-Раевка юлындағы участкаларҙа бара.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ